Яңылыҡтар

«Беүә: аралашыу киңлеге» Халыҡ-ара фестиваленә!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Джут» (Һуңғы йәйләү) спектакле 11 майҙан 20 майға тиклем Татарстанда «Беүә: аралашыу киңлеге» Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша. «Джут» (О.Жанайдаров, реж. А.Абушахманов) спектакле иртәгә, 15 майҙа 15:00 сәғәттә, сығыш яһай.

«Джут. Һуңғы йәйләү» драмаһы «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премияһының «Маска плюс» программаһында ҡатнашты (2016 й.), «Театр кешеһе» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты (Силәбе ҡалаһы, 2016 й.).