Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Бенефистар булып торһон!

27 Март Халыҡ — ара театр көнө театрыбыҙҙа күтәренке рухта үтте. Байрамдың төп ваҡиғаһы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевтың юбилей бенефисы булды. Был көндө артист Ж-Б.Мольерҙың «Һаран» комедияһында төп ролде башҡарҙы.