Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Бер мәл юбилейҙа…

20 февраль көнө тамаша залында баҫып торор урын булманы – театр йәмәғәтселеге, күп һанлы тамашасылар Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовты ҙур юбилейы -75 йәше менән ҡотланы. Башҡорт театр сәхнәһендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән күренекле сәхнә оҫтаһы был көндө бик күп, төрлө тарафтарҙан ҡотлау сәләмдәре, ихлас рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итте. Артистың юилей кисәһенә ул үҙе төп ролде – элекке ҙур начальник Гәрәй ролен башҡарған «Бер мәл санаторийҙа» (Н.Ғәйетбай) комедияһы һайланһа ла Заһир Вәлитовты спектаклгә саҡлы уҡ ҡотларға ашыҡты килгән ҡунаҡтар. Уларҙы кисәне алып барыусы Сара Буранбаева һәм Руслан Хайсаров бер- бер артлы саҡ иғлан итеп өлгөрҙө. Бына сәхнәгә Республика Хөкүмәтенең ҡотлау адресын уҡыр өсөн БР Хөкүмәте аппаратының социаль- гуманитар үҫеш департаменты директоры З.Н.Ғәрифуллина күтәрелә. Респбулика хөкүмәте исеменән З.Вәлитовҡа Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Ҡотлау һүҙҙәре менән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов сығыш яһаны. Кисәгә Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан, Республика рус академия драма, Салауат Башҡорт дәүләт драма театрынан коллегалары килгәне. З.Вәлитовҡа Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзының К.С. Станиславский миҙалы тапшырылды.
Заһир Суфиян улының юбилей тантанаһында яҡташтары — Күгәрсен районынан ҙур делегация ҡатнашты. Күгәрсендәр Заһир Вәлитовтың ижад һәм тормош юлына арналған «Йылдарым — юлдарым» китабының донъя күреүенә ҙур ярҙам иткән.
Һәм, әлбиттә, иң тулҡынландырғыс мәлдәр – туған коллективының ҡайнар ҡотлауы! Сәләмәтлек, яңы ижади уңыштар теләне Заһир Суфиян улына театр коллективы.

Роман Шумнов фотолары