Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Беренсе Волга буйы фестивале – Ырымбурҙа

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ырымбур губернаһының 270 һәм өлкәнең 80 йыллығына бағышлап уҙғарыласаҡ Беренсе Волга буйы театр фестиваленә рәсми рәүештә саҡырыу алды. Фестиваль ошо йылдың 10-16 июнь арауығында Ырымбур ҡалаһында үтә. Театр фестивалгә «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға » (Т.Ғарипова, реж. О.Ханов) мюзиклын тәҡдим итә һәм М.Горький исемендәге Ырымбур Рус дәүләт драма театры сәхнәһендә 15 июнь көнө сығыш яһай.

Беренсе Волга буйы фестивале Ырымбур өлкәһе Губернаторы – Хөкүмәт рәисе Ю.А.Берг ҡарары менән уҙғарыла.

кара юрга