Яңылыҡтар

Бишек йыры — тормош йыры

18 апрелдә Театр сәхнәһендә Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» пьесаһы буйынса «Мин — ҡатын-ҡыҙ» («Женская сюита» ) спектакленең премьераһы булды. «Мин — ҡатын-ҡыҙ» — спектаклдең исеменән үк күренеүенсә, ҡатын- ҡыҙ, әсәлек бәхете, мөхәббәт хаҡында. Спектаклдең режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы — Альберт Нестеров, композиторы — Илшат Яхин, балетмейстеры — Сулпан Асҡарова, Урал Әминов.

Йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев Туфан Миңнуллиндың киң билдәле пьесаһына заманса яңғыраш биргән. Спектакль бөгөнгө көндөң иң сетерекле мәсьәләләре хаҡында уйҙарға: йәмғиәттең төп нигеҙе булараҡ ғаилә, бала тәрбиәләү, ҡатын- ҡыҙ тормошо, йәшәү йәме, күңел байлығы хаҡында тәрән фәлсәфәгә этәрә. Әҫәрҙең темаһы заманса сәхнә алымдары, художестволы биҙәлеш, музыка һәм шиғырҙар аша бик мауыҡтырғыс асыла. Спектакль һоҡланғыс поэтик, драматик симфонияға оҡшаш.

«Мин — ҡатын-ҡыҙ» — миҙгелдең иң сағыу премьераларының береһе — темаһы, бай йөкмәткеһе, идея — эстетик әһәмиәте, заманса ҡуйылышы менән бер кемде лә битараф ҡалдырмай.