Яңылыҡтар

«Боҙ тәхет». Драматург Азат Абдуллиндың яңы пьесаһы менән танышыу.

30 майҙа театр коллективы билдәле драматург Азат Абдуллиндың «Боҙ тәхет» драмаһы менән танышты. Әҫәр И.В. Сталиндың вафатына 60 йыл тулыу уңайынан яҙылған. Азат Хаммат улы әйтеүенсә, «Боҙ тәхет» драмаһы Иосиф Виссарионович менән яҡшы таныш булған кеше хәтирәләре буйынса яҙылған. «Әҫәрҙе яҙғанда төп маҡсат тарихи ысынбарлыҡты күрһәтеү түгел, ә Сталинды шәхес булараҡ асыу булды", - ти автор. Пьеса Азат Абдуллиндың Һайланма әҫәрҙәренең 2 - се томына ингән.