Яңылыҡтар

«Болоттар» («Облака») Заманса сәнғәт үҙәге сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектакле

24 май 19.00 сәғәттә «Болоттар» Заманса сәнғәт үҙәге сәхнәһендә (Өфө ҡалаһы, Баҡалы урамы, 3) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, режиссеры - Л.Зайкаускас) моноспектакле була. Спектаклде Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров башҡара һәм ул рус телендә уйнала. Спектаклдән һуң «Театр+ » мәҙәни форумы үтә, йәғни, фекер алышыу — тамашасы менән йәнле аралашыу була. Унда студент йәштәр, тәрбиәселәр, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, театр әһелдәре — теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Был мәҙәни проекттың сәнғәт аша тамашасыға, бигерәк тә йәштәргә тәрбиә биреү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Цыпленок из букваря