Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«БОМБА»ҒА ИКЕ КӨН ҠАЛДЫ!

Әле генә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың юбилей кисәһе үтте. Ә инде ике көндәң һуң сәхнәлә Азамат Ғафаров «Бомба»  исемле яңы спектаклдә төп ролде башҡара.

Спектакль авторҙары: режиссеры – Фирғәт Ғарипов, рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Вәсил Ғафаров, хореограф – Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер – Роман Пожидаев.

Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәдуллина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Азамат Ғафаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин, Руслан Хайсаров, Айнур Ситдиҡов, Зилиә Хәлилова, Гөлмирә Исмәғилева, Юлиә Асҡарова, Айҙар Шәмсетдинов.