Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«БОМБА» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ ҮТТЕ!

Бөгөн, 26 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса «БОМБА» исемле спектаклдең премьераһы үтте.  Комедия-фарс жанрындағы спектаклдең режиссеры Фирғәт Ғарипов сәхнәлештерҙе. Әйткәндәй, режиссер булараҡ был уның тәүге эше.

«Шағир, драматург Салауат Әбүзәрҙең пьесаһында миңә тәү сиратта, тема оҡшаны. Беҙ уның менән тексты бик күп тапҡырҙар мөхәрриләнек, хатта яңы геройҙар ҙа индерергә тура килде. Спектакль техник яҡтан ҡатмарлы, уның жанрын фарс тип билдәләргә мөмкин», — ти Фирғәт Ғарипов.

Ижади төркөмдә рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор Вәсил Ғафаров, хореограф Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер Роман Пожидаев эшләй.

Спектаклдә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Азамат Ғафаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин, Руслан Хайсаров, Айнур Ситдиҡов, Зилиә Хәлилова, Гөлмирә Исмәғилева, Юлиә Асҡарова, Айҙар Шәмсетдинов ҡатнаша.

«Яратҡан театрыбыҙ  миҙгел һуңында беҙгә тағы бер премьера тәҡдим итте. Билдәле шағир, драматург Салауат Әбүзәрҙең «Бомба» әҫәрен йәш режиссер, беҙгә матур ролдәре менән таныш булған Фирғәт Ғарипов сәхнәләштерҙе. Һәм, әлбиттә, театрыбыҙҙың талантлы, шәп актерҙары беҙгә күңелле ял бүләк итте. Комедия-фарс жанрындағы был тамаша көлдөрә лә, уйландыра ла», –  тәьҫораттарын менән тамашасы Алһыу Ишемгулова уртаҡлашты.