Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

Борис Морозов менән ижади осрашыу үтте

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә эксперт советы рәйесе – Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе, режиссер, театр педагогы, актер, халыҡ артисы Борис МОРОЗОВ менән ижади осрашыу үтте.

Осрашыуҙа З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының педагогтары һәм студенттары, өфө ҡалаһының артистары, «Туғанлыҡ» фестиваленең ойошторосылары һәм ҡатнашыусылары булдылар.

Борис Афанасьевич спектаклдәр, режиссерҙар, яҙыусылар, драматургтар, музыка, театр һәм сәнғәт тураһында һөйләне. «Театр – ул кешегә йәшәргә ярҙам итеү өсөн кәрәк: тамашасыларға ла һәм артистарға ла», — тине ул.