Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Боронғо грек әҫәренән хәҙерге заман драматургияһына табан

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының бер аҙнаға эксперименталь майҙансыҡҡа әүреле тураһында яҙғайныҡ инде. 16 ноябрҙән Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабоаторияһында ҡатнашыусылар билдәле режиссер, Вс.Мейерхольдтың «биомеханикаһы» буйынса белгес Искәндәр Саҡаев менән шөғөлләнеп, көс-дәрт һәм белем тупланы. Ә бөгөн иһә драматургтар менән эш башланды. 14 авторҙың пьесаларын Олег Ханов, Владимир Жеребцов, Айһылыу Сәғитова һәм Рида Буранова анализлай.
Ике йыллыҡ эш һөҙөмтәһе — драматургтарҙың пьесалары тупланған йыйынтығының да исем туйы үтте был көндә.
Йәкшәмбе көндө, 22 ноябрҙә лабораторияның һөҙөмтәһе булып күмәкләшеп тормошҡа ашырған ижади проект күрһәтеләсәк. Уның эстәлеге бына нимәнән ғибәрәт. Алдан уҡ драматургтарға Гомерҙың «Илиада»һы буйынса бәләкәй генә әҫәрҙәр яҙырға ҡушылғайны. Драматург Владимир Жеребцов менән ул әҫәрҙәр эшкәртелде. Әлеге ваҡытта Искәндәр Саҡаев етәкселегендә режиссерҙар һәм актерҙар менән берлектә сәхнәгә сығарыла. Лабораторияның һуңғы көнөндә ошо проектты һеҙ ҙә ҡарай алаһығыҙ.