Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«БЫНДАЙ ҺӨҘӨМТӘЛӘР БУЛҒАНЫ ЮҠ ИНЕ» – Айрат Абушахманов Псков тамашасыларының куңелен яуланы

Кисә, 24 июндә, Псков академия драма театрының «Яҙыусылар тураһында театр» лабораторияһында еңеү яуланы. Айрат Әхтәм улы «Пленные духи» спектакленән өҙөк сәхнәләштерҙе.Быйылғы лаборатория А.С.Пушкин, И.А.Крылов һәм А.И.Солженицындың юбилейҙарына бағышланды.

Өҙөккә эксперт советы – Нияз Иғламов (Ҡазан), Жанна Зарецкая (Санкт-Петербург), Оксана Кушляева (Санкт-Петербург) – «5» балл ҡуйҙылар. Ә тамашасылар – «4,80» балл.

Әйткәндәй, лабораторияның ҡағиҙәһе буйынса,еңеүсе — Псков академия драма театры сәхнәһендә тулы спектакль ҡуясаҡ.