Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Диплом спектаклдәре аҙналығы

З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн уҡытылған махсус курсы студенттарының диплом спектаклдәре дауам итә.

« Диплом аҙналығы» 27 майҙа беҙгә яҡшы таныш, әҙәбиәттең совет осоро драматургияһының аҫыл өлгөһө, илебеҙ театрҙарында бик күп ҡуйылған, бөгөнгө көндә лә актуаль әҫәр – мәшһүр драматург Александр Володиндың «Биш кис» пьесаһы буйынса спектакль менән башланды. Курс етәкселегенең сәхнәләштереү өсөн дә, артистарға уйнау өсөн дә еңел булмаған был әҫәргә мөрәжәғәт итеүе осраҡлы түгел. Сөнки пьесаның идея-эстетик йөкмәткеһе буласаҡ артистар өсөн ҙур тәрбиә мәктәбе булһа, образдар өҫтөндә эшләү – үҙе бер тәжрибә һәм оҫталыҡ мәктәбе. Бөгөнгө Рәсәй театр мәҙәниәтендә мөһим роль уйнаған А.Володин фестиваленең популяр булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Әйтергә кәрәк, имтихан тотоусылар әҫәрҙең бөтә нескәлеген тойоп уйнаны.

28 майҙа – студенттарҙың икенсе диплом эше -Т.Ғиниәтуллин әҫәре буйынса "Шәмсетдин менән Шәмсура" күрһәтелде. Уны сәхнәгә ҡуйыусы Хөрмәтулла Үтәшев. Үҙҙәре яуҙа ҡатнашҡан, һуғыш утын күргән яҙыусылар ғына был ғәрәсәтле йылдарҙың бар ғазабын, һалдаттарҙың ауыр һәм ҡурҡыныс хеҙмәтен дөрөҫ һәм объектив һүрәтләй. Армияға саҡырылғанда яҙыусы Талха Ғиниәтуллинға 18 генә йәш була. Һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ иңендә татый ул. Авторҙың "Шәмсетдин менән Шәмсура" әҫәре лә йөкмәткеһе менән тетрәткес әҫәр. Спектаклдә ҡатнашҡан студенттарҙың һәр ҡайһыһы ваҡиғаларҙы үҙ йөрәге аша үткәреп, бирелеп уйнай, һуғыщ ветерандарының яҙмышына битараф түгел.

Курстың художество етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, педагогтар – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Римма Харисова һәм башҡалар.

...Махсус курс студенттарының тулҡынландырғыс миҙгеле, хыялдарының тормошҡа ашыр илаһи мәлдәре. Иң мөһиме, йәштәребеҙҙә театрға, һайлаған һөнәрҙәренә бөткөһөҙ һөйөү, ныҡлы теоретик белем, ижад итеү, уйнау теләге көслө. Уңыштар Һеҙгә!

Артабанғы спектаклдәр – һынауҙарҙа ла уңыштар юлдаш булһын!

29 май – "Ҡыҙыҡ ваҡиға» ( "Забавный случай"). К.Гольдони. З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Ғ.Ғиләжев ис.Уҡыу театрында (Өфө, Цюрупа ур., 9).18:00

30 май – "Аяуһыҙ уйындар" («Жестокие игры»). А.Арбузов. БАДТ-ның Бәләкәй сәхнәһендә 1 8:00

31 май – Отчет концерты. З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Ғ.Ғиләжев ис. Уҡыу театрыда (Өфө, Цюрупа ур., 9). 16: 00 сәғ.

yFzgXcbqQRc