Яңылыҡтар

ДУҪТАР ЙЫЙЫЛҒАН САҠТА

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тамаша залында алма төшөрлөк урын юҡ. Кассала билет бер ай элек үк һатылып бөткән. Театр эргәһендә артыҡ билет һорап йөрөүселәр йышайған. Ә концертҡа тиклем берәү “ике билет өсөн егерме биш мең бирәм, табығыҙ урындар”, тип йөрөгән, тей. Таныш хәлме? Йәштәр өсөн был ҡыҙыҡ ваҡиға булып күренһә, ә күптәргә тормошоноң матур бер хәтирәһе: электән театрға “Фиданға” килгәндә һәр саҡ шундай хәл булған.
Театрҙа – байрам: Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаровтың юбилей кисәһе. Залда ла, сәхнәлә лә юбилярҙың дуҫтары, яҡындары, рухташтары, моңдаштары йыйылған ине. Әлбиттә, юбиляр башҡарыуында инде легендаға әйләнгән йырҙар, Фидан Сафа улының ижадташтары – Нурия Ирсаева, Светлана Хәкимова, Нәфҡәт Ниғмәтуллин, Айҙар Ғәлимов, Рәсүл Ҡарабулатов, юбилярҙың улы Азамат Ғафаров, ҡыҙы Самираның сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

Роман Шумнов фотоһы