Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«ЭҘЛӘНЕМ, БӘҒЕРЕМ, ҺИНЕ… » СПЕКТАКЛЕН ҠАРАРҒА БИЛДӘЛЕ ТЕАТР БЕЛГЕСЕ КИЛӘ

М.Ғафури исем.Башҡорт академия драма театрының "Эҙләнем, бәғерем, һине..." (Т.Миңнуллин, реж. Азат Нәҙерғолов) спектаклен Ғ.Камал исем.Татар дәүләт академия театрының әҙәби-драматик бүлеге етәксеһе, билдәле театр белгесе Нияз Иғламов ҡарарға килә. Спектакль быйылғы миҙгелдең премьераһы. Тамашала ни бары ике актер  - Гөлмирә Исмәғилева менән Фирғәт Ғарипов, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева менән Артур Кәбиров алмашлап ҡатнаша.

Спектаклдә һөйләгәндәрҙең барыһы ла тәүге минуттан йөрәккә уҡ булып ҡаҙала. Был – ир менән ҡатын мөнәсәбәте тураһында ғына ябай хикәйә түгел, был – бер-беребеҙгә ҡарата бәғерһеҙлек, һәр беребеҙҙең үҙәккә үтерлек яңғыҙлығы хаҡында. Ул тағы ла (ә бәлки, тәү сиратта) шул күңел яраларын уңалтыусы, эске һыҙланыуҙарҙы еңеләйтеүсе тик бер дауа булыуы хаҡындалыр – ул да булһа, мөхәббәт, күңел йылылығы һәм яҡыныңа ҡарата иғтибар.