Яңылыҡтар

«ЭҘЛӘНЕМ, БӘҒЕРЕМ, ҺИНЕ…» — II УРЫН ҺӘМ 1000 000

Ҡаҙағстан һәм Урта Азия илдәренең VII Халыҡ-ара театр фестивале һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең «Эҙләнем, бәғерем, һине...» спектакле II урынға лайыҡ булды - «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» номинацияһында еңеүсе тип танылды һәм 1000 000 тенгелек сертификат менән бүләкләнде.

2018 йылдың 30 октябренән 6 ноябренә тиклем Ҡаҙағстан Республикаһының Талдыҡурған ҡалаһында Астананың 20 йыллығына һәм ҡаҙаҡ халҡының дәүләт эшмәкәре Темирбек Жургеновтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған VII Халыҡ-ара театр фестивале үтте. Фестивалдә Урта Азия илдәре, Рәсәй һәм Европа театрҙары коллективтары ҡатнашты. Беҙҙең театр «Эҙләнем, бәғерем, һине…» (Т. Миңнуллин) спектакле менән ҡатнашты, актерҙарыбыҙ  Фирғәт Ғарипов һәм Гөлмирә Исмәғилева уйындарына театр белгестәре ҙур баһа бирҙе, «хәҙерге интернет заманында спектаклдәр менән шаҡ ҡатырып булмай, ә шулай ҙа мин башҡорт театры спектакле барғанда бер тапҡыр ҙа фейсбукка инеп ҡараманым… Тимәк, һеҙҙең спектакль минең иғтибарымды һәр ваҡыт йәлеп итеп торҙо, бик юғары кимәлдә уйнанығыҙ, афарин, дуҫтарым!» – тип спектакль тураһында фекере менән бүлештеләр тәнҡитселәр.

Фестивалдә ҡатнашҡан театр тәнҡитсеһе Лаша Чхартишвилиның «Современные театры стран Центральной Азии в Талдыкоргане» сайтындағы мәҡәләһендә беҙҙең спектакль тураһында ла яҙа: «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Туфан Миңнуллин пьесасы буйынса Азат Нәҙерғолов сәхнәләштергән «Эҙләнем, бәғерем, һине…» спектакле беҙҙең өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. Спектакль хореография миниатюраһы (хореограф Ольга Даукаева) менән башлана. Йәш, бөтөнләй һау һәм һөйкөмлө ҡыҙ бик яҡшы бейей, спектакль башлана, һәм һин героиняның бейеүенең (Нурсинәнең) тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялы булыуын аңлайһың, сөнки ул мөмкинлектәре сикләнгән кеше һәм коляскала хәрәкәт итә. Актриса Гөлмирә Исмәғилева баштан уҡ тамашасыларҙа үҙ персонажына ҡарата йәлләү хисе түгел, ә мөхәббәт тыуҙыра.

Актриса, яҡшы пластикаларҙан тыш, эске тойғоларын күрһәтә белә, уның башҡарыуында иреклек, ғәҙеллек, ябайлыҡ бар - быларҙың барыһы ла профессионаллек иҫәбенә ирешелә. Осраҡлы рәүештә  ҡыҙ Рәхимйән менән таныша, һәм ул да мөмкинлектәре сикләнгән кеше булып сыға, улар араһында хистәр ҡабына, интрига килеп сыға һәм тамашасы спектаклдәге ваҡиғаларҙың нисек үҫәсәген көтә. Рәхимйән ролен башҡарусы Фирғәт Ғарипов башта уҫал, тупаҫ, килбәтһеҙ, агрессив, маньякка оҡшаған, эскелек менән  мауыҡҡан, уның агрессияһы билдәле һәм аңлайышлы. Әммә аҙаҡ, ул Нурсинәгә виртуаль ғашиҡ булғандан һуң, барыһы ла үҙгәрә».