Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Егет кенә булһаң китһен даның Ҡазандар ҙа менән Өфөгә

Быйылғы октябрь айы ике туғандаш республика — Татарстан һәм Башҡортостан әҙәбиәте һәм театр сәнғәте йылъяҙмаһына мәшһүр драматург Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы киң билдәләгән миҙгел булып уйылып ҡаласаҡ. Ике республика театр йәмәғәтселеге 20 октябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан әҙиптең хәтер кисәһенә йыйыла. Ә быға саҡлы 5-11 октябрҙә Ҡазанда Ғ.Камал һәм К.Тинчурин театрҙарында Туфан Миңнуллин иҫтәлегенә бағышланған театраль декада үтә. Башҡорт академия драма театры декадала 6 октябрҙә «Мин – ҡатын -ҡыҙ» (режиссеры- И.Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән сығыш яһай. Унда Туфан Миңнуллиндың пьесалары буйынса 19 спектакль тәҡдим ителә.
20 октябрҙә Өфөлә буласаҡ хәтер иксәһе Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға бағышланған юбилей сараларының дауамы ул.
Күренекле драматург, йәмәғәт эшмәкәре, фекер эйәһе Туфан Миңнуллиндың пьесалары Башҡорт театрҙарының һәммәһендә лә тиерлек барҙы һәм бөгөнгө көндә лә бара, улар төрлө быуын режиссерҙары тарафынан ҡайта- ҡайта, яңынан уҡыла. Шуға ла Туфан Миңнуллиндың исеме беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм хәтер кисәһен Башҡортостанда ла уҙғарыу тәбиғи күренеш, әһәмиәтле ваҡиға. Театрыбыҙҙа төрлө йылдарҙа авторҙың 10-ға яҡын пьесаһы ҡуйылды.
20 октябрҙә үтәсәк хәтер кисәһендә сәхнәһендә Туфан Миңнуллин пьесалары барған театрҙарҙан: М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры, Сибай концерт- театр берекмәһе, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, Өфө «Нур» Татар дәүләт театры, М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры Стәрлетамак театр — концерт берекмәһе, Татарстандан Ғ.Камал ис. Татар академия, Туфан Миңнуллин ис. Түбән Кама дәүләт драма театры ҡатнаша. Кисәлә спектаклдәрҙән өҙөктәр уйнала, драматургты белгән, аралашып йәшәгән сәхнә әһелдәре иҫтәлектәре менән уртаҡлаша, йыр — бейеүҙәр ҙә буласаҡ.
Хәтер кисәһендә театрҙың «Мин – ҡатын-ҡыҙ» спектакленән күренеш уйнала, шулай уҡ сәхнә оҫталары: Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, Фидан Ғафаров, Светлана Хәкимова һәм башҡа күренекле артистар ҡатнаша.