Яңылыҡтар

Фестиваль шаңдауы

Ырымбур тарафтарында сығып килгән һәм халыҡҡа бушлай таратылған сағыу һәм бай йөкмәткеле «Культура и искусство Оренбуржья» журналының (ойоштороусыһы - Ырымбур өлкәһе мәҙәниәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы) 4-се һанында быйылғы йылдың 10-16 июнендә Ырымбурҙа уҙған Беренсе Волга буйы фестивале хаҡында мауыҡтырғыс мәҡәлә баҫылды. Уның авторы Надежда Романова. Фестивалдең «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булған М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Маҡтымһылыу , Әбләй һм әм Ҡара юрға» мюзиклынан күренеш – фоторәсем журналдың тышына уҡ урынлаштырылған.

Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ иғтибарына журналда баҫылған ошо мәҡәләне тулыһынса тәҡдим итәбеҙ.

1

2

3