Яңылыҡтар

Фирҙәүес Хисаметдинова менән ижади осрашыу

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-башҡорт телебелгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Ким Әхмәтйәнов исемендәге, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор ФИРҘӘҮЕС ҒИЛМЕТДИН ҡыҙы ХИСАМЕТДИНОВА менән осрашты. Ижади осрашыуҙы ойоштороу Айрат Абушахмановтың яңы спектаклгә әҙерләнеү сиктәрендә уҙҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Айрат Әхтәм улы театрыбыҙҙың сәхнәһендә Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы буйынса спектаклде ҡуя.