Яңылыҡтар

ФЛОРИД БҮЛӘКОВ ИҪТӘЛЕГЕНӘ АРНАП

15 март «Театр+» проекты сиктәрендә билдәле драматург Флорид Бүләковты иҫкә алыу үтәсәк. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музейында тәүҙә драматург ижады тураһында театр белгесе Рида Буранова лекция уҡыясаҡ. Унан һуң театрыбыҙҙың легендар «Бибинур, ах, Бибинур» спектакле күрһәтеләсәк.

Башлана 10.00 сәғәттә.

Инеү ирекле.