Яңылыҡтар

Гүзәллек һәм таланттар конкурсы — «Гүзәлкәй»

30 апрель көнө М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә «Гүзәлкәй» - сәләмәтлектәре сикләнгән балалары булған әсәләр араһында өсөнсө тапҡыр уҙғарылған асыҡ Республика гүзәллек һәм таланттар конкурсының 2-се туры үтте. Был конкурс әсәләрҙең ижади мөмкинлектәрен өйрәнеү, таланттарын асыу һәм үҫтереү, сәләмәтлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ҡатындарҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын киңәйтеү маҡсатында, шулай уҡ уларҙың рухи, интеллектуаль, ижади һәм социаль талаптарын ҡәнәғәтләндереүҙе күҙ уңында тотоп уҙғарыла.

Конкурсты ойоштороусылар - Өфө ҡалаһынының «Сәләмәтлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге» һәм БР-ҙың «Әсә йөрәге» әсәләр советының региональ йәмәғәт ойошмаһы.