Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ГӨЛЛИ МӨБӘРӘКОВА ҺӘМ ЗАҺИР ВӘЛИТОВТЫҢ БЕҘҘЕҢ АРАБЫҘҘАН КИТКӘНДӘРЕНӘ БЕР ЙЫЛ…

Бер йыл элек ошолай уҡ буранлы февраль айында театрыбыҙҙың күренекле артистары – СССР-ҙың, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова (1936-2019) һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитов (1940-2019) арабыҙҙан китте.

Улар икеһе лә ғәжәйеп юғары мәҙәниәтле, эшенә мөкиббән киткән, туған театрына ғүмер буйы тоғро булған шәхестәр ине. Театрыбыҙҙың алтын бағаналары булып иҫәпләнгән Гөлли Арыҫлан ҡыҙы һәм Заһир Суфиян улы башҡорт театр сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырҙы – сәхнәлә уйнаған ролдәре, радио фондында уҡыған әҫәрҙәре, хеҙмәттәштәренә күрһәткән изгелектәре мәңге хәтерҙә йәшәйәсәк.

http://bashdram.ru/pomnim-pochitaem/valitov-zagir-sufiyanovich-1940-2019.html

http://bashdram.ru/pomnim-pochitaem/mubaryakova-gyulli-arslanovna-1936-2019.html