Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ГӨРЛӘП ЮБИЛЕЙ ҮТТЕ!

Бөгөн, 16 май көнө тамаша залында баҫып торор урын булманы – Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, тамашасыларыбыҙҙың яратҡан артисы АЛМАС ӘМИРОВтың Юбилей бенефисы уҙҙы.

Был матур көндө Алмас Хәҙис улы үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршыланы. Матур гөлләмәләр, иң изге теләктәр, ҡайнар хистәр, төрлө тарафтарҙан ҡотлау сәләмдәре, мөхәббәт һәм дә рәхмәт һүҙҙәрен яңғырап торҙо.

Ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилева, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Алмас Хәҙис улының бәхетле миҙгелдәре, шатлыҡтары, уңыштары–ҡаҙаныштары, уйнаған ролдәре, ҡуйған спектаклдәре, ғөмүмән, уның ижадына һәм тормошона арналған кисәлә бөтә коллектив һәм республика театрҙары артистары ҡатнашты, Ҡазандан, Ырымбурҙан, союздаш республикаларҙан да ҡунаҡтар килде.

Һәм, әлбиттә, иң тулҡынландырғыс мәлдәр – туған коллективының ҡайнар ҡотлауы! Сәләмәтлек, яңы ижади уңыштар теләне Алмас Хәҙис улына театр коллективы.

https://vk.com/album-8776450_253955912