Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

ИРТӘГӘ! «ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕ АСЫЛА

Иртәгә Төрки телле театрҙарҙың алтынсы «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестивале асыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы фестивалдә төрки донъяһынан ун театр коллективы килә. Инде Хаҡас, Ҡырғыҙстан, Татарстандан вәкилдәр иҫән-һау килеп етте! Жюри һәм театр тәнҡитселәре лә берәм-берәм Башҡортостанға табан юлланды.

Иртәгә фестивалде асыу тантанаһы үтә.

16.30 — Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыу

17.00 — театр алдындағы майҙанда театрлаштырылған тамаша

19.00 — «Антигона» спектакле.

Һәр спектаклде театр тәнҡитселәре ҡарай һәм икенсе көнөнә иртәнғе сәғәт унда  «Президент-Отель» ҡунаҡханаһының конференц-залында фекер алышыу ойошторола.

Тамашаларға көтөп ҡалабыҙ!