Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Изге ғәмәлдәр

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы, инде матур йолаға әйләнгән күркәм традицияны дауам итеп, Өфөнөң «Мосолман ҡәберлегенә» зыярат ҡылды. Ғүмерҙәрен театрға бағышлаған ижади шәхестәребеҙҙе иҫкә алып, уларҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе, ҡый үләндәренән таҙартты, сәскәләр һалды. «Мосолман зыяраты» эсендә нур бөркөп ултырған изге йорт – «Ғофран» мәсетенә инеп вәғәз тыңланы. Мәрхүмдәр рухына доға ҡылдырып, хәйер бирҙе.