Яңылыҡтар

Ижади сәфәр артабан Салауат һәм Стәрлетамаҡҡа

Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы 11 мартта Мәләүез ҡалаһында театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына арналған гастролдәрен (турне) башлағайны. Сығыштар 12,13 мартта Мораҡта һәм Ишембай ҡалаһында дауам итте.

Төрлө быуын артистары ҡатнашлығында бер сюжетҡа ҡоролған ҙур театрлаштырылған концерт үрҙә аталған район һәм ҡалаларҙа күтәренке рухта, алҡыштарға күмелеп, тулы залдарҙа гөрләп үтте. Башҡорт академия драма театры тарихына ҡағылышлы иҫтәлектәр, спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр – моңға бай тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы, тамашасы артистарҙы, аяғүрә баҫып, ихлас алҡышланы. Мәләүез, Мораҡ, Ишембай яҡтарнында сәнғәтте яратҡан, бай рухлы, ихлас тамашасы менән осрашып театр коллективы үҙе лә күтәренке кәйеф менән ҡайтты.

Ә 17 мартта – тағы юлға. Был юлы театрҙы Салауат ҡалаһы тамашасыһы көтә. 18 март – сығыштар театрҙың тыуған бишеге - Стәрлетамаҡта.

Шулай итеп, театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына бағышлап ойошторолған гастролдәре бик күркәм, юғары кимәлдә башланып, уңышлы дауам итә.