Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ИЖЕВСК, БЛАГОВАР ҺӘМ ӨФӨ!..

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективын бөгөн ошо өс урында күрергә мөмкин:

ИЖЕВСК тарафтарына — “Алтын битлек” – Ижевскийҙа” фестивалендә ҡатнашыу өсөн бөгөн 53 кеше юлға сыҡты. Иртәгә, 8 ноябрҙә, “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., режиссеры – Айрат Абушахманов) спектакле Удмурт дәүләт рус драма театры сәхнәһендә уйналасаҡ.

БЛАГОВАР тамашасыһы менән бөгөн артистар Азамат Ғафаров, Милена Сираева, Юнир Ҡоланбаев, Сәғиҙулла Байегетов, Илсөйәр Ғәзетдинова, Әлфирә Зәһиҙуллина осрашасаҡ. Улар Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса “Һөйәркә” спектаклен уйнаясаҡ.

ӨФӨЛӘ – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында ла бөгөн спектаклебеҙ бар — “Әлифбанан бер себеш” (А.Кивиряхк) монодрамаһында Алмас Әмиров уйнаясаҡ.

ТАҒЫ ЛА… беҙҙең Бәләкәй залда яңы проект — BABY- театр – репетициялары бара. Ике йәштән ҙурыраҡ кескәй тамашасыларыбыҙға спектакль оҡшаһын өсөн артистар Лилиә Ғәлина, Әлфирә Зәһиҙуллина, Юнир Ҡоланбаев тырышалар – мамыҡ болоттар араһында йөҙәләр, төрлө ҡыҙыҡлы хәрәкәттәр, уйындар уйлап сығаралар.
Театрҙың был өр-яңы проектында режиссер Алмаз Саҙрыев, рәссам Павла Никитина һәм балетмейстер Алина Мостаева эшләйҙәр.

Бына шулай: бәхетленең байрамы бер көндә!
Әйткәндәй, Бөйөк Октябрь революцияһы байрамы менән һеҙҙе, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ!