Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«ЙҮГЕР, ХАРИС, ЙҮГЕР…» Илешкә һәм Силәбе өлкәһенә

Декабрь баштарында популяр «Харис…» ты ҙур марафон көтә:
3 декабрь — Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй,
8-10 декабрь — Силәбе өлкәһе :
8 декабрь- Аша,
9 декабрь – Йүрүҙән,
10 декабрь- Сим ҡалаһы.
Тамашасы «Йүгер, Харис, йүгер…» премьера спектакленән бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итеп, уйланып, ун йылға йәшәреп таралыша. Эсфир Йәһүҙин пьесаһы буйынса был комедияны сәхнәгә ҡуйыусы — Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Комик ролдәрҙе үҙе лә ғәйәт оҫта башҡарған билдәле артист спектаклендә лә ошо рухты һаҡлаған: комедия сюжеты, ҡуйылышы, сәхнә биҙәлеше, сағыу кейемдәре, музыкаһы менән берсә күңелле француз комедияларын, берсә мөхәббәт «дүртмөйөш»өнә ҡоролған еңел америка фильмдарын хәтерләтә. Ролдәрҙә — Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ирек.Булатов, Алһыу Ғәлина, Гөлфиә Рафиҡова, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев, Фирғәт Ғарипов, Руслан Ғәлимов…