Яңылыҡтар

Йәйге гастролдәр

4 июндә «Ҡатынымдың исеме Морис» (Р.Шарт, реж. Ф.Бикчәнтәев) суперкомедияһы менән театр Мәләүез ҡалаһында, 5 июнь — Күмертауҙың «Дуҫлыҡ» мәҙәни — методик үҙәгендә сығыш яһаны. Күмертау ҡалаһында артистар Республика политехник лицей — интернаты уҡыусылары менән осрашты. Тәрбиәләнеүселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән артистарҙың мауыҡтырғыс сығыштарын тыңланы, һорауҙар бирҙе. Мәҫәлән, Нурия Ирсаева мәктәптә уҡығанда ниндәй предметты яратҡан, Хөрмәтулла Үтәшев үҫмер саҡта кем булырға хыялланған, Алмас Әмиров нисек уҡыған, Сәғиҙулла Байегет ҡайсан ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән һ.б. Был һорауҙарға артистар ихлас яуап бирҙе һәм үҙҙәре уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр уйнап күрһәтте. («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — Н.Ирсаева, «Әлифбанан бер себеш» — А.Әмиров, С.Байегет — ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәре һ.б.). Лицей директоры Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина Башҡорт академия драма театры артистарына рәхмәт әйтеп, ошондай йәнле осрашыуҙар «Башҡортостан мәҙәниәте» дәресен алыштырып ҡына ҡалмай, ә балаларҙың хәтерендә мәңге ҡала, тине. Башҡорт академия театры артистары лицейҙа уҡытыу — тәрбиә эшенең юғары кимәлдә ҡуйылыуын күреп, шатлыҡ хисе кисереүҙәрен белдерҙе.

Күңелле, заманса спектакль «Ҡатынымдың исеме Морис» суперкомедияһын Күгәрсен, Йылайыр райондары тамашасылары ла ихлас ҡабул итте.

8 июнь көнө гастролдәр Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһы һәм Өфө (Уфимка) ауылында дауам итте. Өфө ауылы халҡы артистарҙы милли кейемдәрҙә икмәк — тоҙ менән ихлас ҡаршыланы. Спектаклгә күрше ауылдарҙан да тамашасылар йыйылды. Тамаша бөткәс тә халыҡ таралышманы- Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаеваның Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегеттең, актриса, йырсы Фирүзә Париждың моңло йырҙарын, ҡурай моңдарын тыңланы.

10 июндә гастролдәр Ырымбур өлкәһе Гай районы Нововоронеж ҡасабаһында дауам итте. Күрше өлкәлә театр урындағы тамашасылар һорауы буйынса театрлаштырылған концерт тәҡдим итте. Ошо уҡ көндө артистар Байғаҙаҡ ауылында ла булды. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Мәмбәтов Ирек Муллағәли улы — фермер хужалығы етәксеһе ауылдаштарына ҙур байрам бүләк итте. 2014 — Мәҙәниәт йылына бағышланған һәм театрҙың 95 йыллығы уңайынан ойошторолған сираттағы гастролдәр уңышлы үтте һәм 11 июндә Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында тамамланды.