Яңылыҡтар

ЙӘЙГЕ ЯЛДАН ҺУҢ ТӘҮГЕ ОСРАШЫУ

Йәйге ялдан һуң тәүге эш көнөнә кем ашҡынып сыға? Был һорауға яуапты эҙләп тә тораһы түгел, әлбиттә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы! Бөгөн, йәғни 9 август, Башдрамтеатры алды ихатаһы гөрләп торҙо. Ижади коллектив ялдан һуң, тәүге осрашыуға йыйылды. Бер-береһен һағынып өлгөргән артистар кем нисек, ҡайҙа ял иткәнен һорашты, тәьҫораттары менән ихлас бүлеште.
Ә инде унан һуң, театрҙың ҙур залында быйылғы миҙгелдең тәүге йыйылышы башланды. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов барыһын да беренсе эш көнө менән тәбрикләне, йәй миҙгелендә юбилейын үткәргән артистка – Гөлнара Әмированы ҡотлап, матур сәскә гөлләмәһе тапшырҙы. Был көндө театрға ҡунаҡтар ҙа килгәйне: Башҡортостан мәҙәниәт минситры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм БР мәҙәнәит хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Александр Кузьменко ижади коллективтың ҙур матур татыу ғаилә кеүек яңы миҙгелгә аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы. Олег Ханов ижади пландар менән бүлеште, ә улар бик бай булмаҡсы – гастролдәр, яңы спектаклдәр, фестивалдәр... Труппаға яңынан артист Руслан Хәсәнов ҡайтты. Яңы көс-дәрт туплап, 99-сы ижад миҙгелен асырға әҙер театр. Уңыштар теләйһе генә ҡала!