Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Йәйләүҙәрҙең һуңғыһы булмаһын…

16-17 октябрҙә ҡыҙыҡһынып көткән «Джут» (Һуңғы йәйләү) (О.Жанайдаров, реж.А.Абушахманов) драмаһының премьераһы үтте.
«Мин дан-шөһрәт ҡаҙаныр, йә ҡоро фекер еткерер өсөн түгел, ә яҙмай булдыра алмағаным өсөн яҙам. Эҙләнеүҙәре, өмөттәре, файҙаһыҙлығы һәм әрнеүҙәре, мөхәббәте һәм көсһөҙлөгө менән миңә кешеләр тормошо бик мауыҡтырғыс. Халҡыбыҙ тормошондағы әлегә асылмаған, төрлө-төрлө «тере» ысынбарлыҡ арбай мине. Бөгөнгө әҙәбиәттә аслыҡ темаһына әҫәрҙәр юҡ дәрәжәһендә»,- тигәйне драматург Олжас Жанайдаров бер Мәскәү журналына биргән интервьюһында. Бөтәһе 6 пьесаһы араһынан авторҙы ғәйәт билдәле иткән «Джут» документаль драмаһы, 30-сы йылдарҙа Ҡаҙағстанда барған ваҡиғалар һүрәтләнгәнгә күрә, тәү нәүбәттә, Ҡаҙағстан театрҙары иғтибарын йәлеп итә. Хәҙер Ҡаҙағстан сиктәрен үтеп Рәсәйҙә лә ҡуйыла. Мәҫәлән, Мәскәүҙең ARTиШОК театрында сәхнәләштерелеүе билдәле.
Беҙҙең театр интерпретацияһында Әхмәт менән Сәүле килеп йығылған йәйләүҙәге (30-сы йылдар, аслыҡ) һәм бөгөнгө Мәскәүҙә барған ваҡиғаларҙы йөрәге аша үткәреп, күҙ йәштәре аша күҙәтте тамашасы. Спектакль бөткәс тә зиһендәрҙе тетрәткес йөкмәтке, фекер тәрәнлеге, әҫәрҙәге темалар киңлегенән ҡапыл ғына иҫенә килә алмағандай, оҙаҡ баҫып алҡышланы тамашасы.
Ролдәрҙе Римма Ҡаһарманова, Фәнис Рәхмәтов, Хөрмәтулла Үтәшев, Милена Сираева, Гөлмирә Исмәғилева башҡарҙы. Рәссам — Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсе — Илшат Яхин.
«Джут» («Һуңғы йәйләү») яҡын араларҙа 15 һәм 24 ноябрҙә була.