Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Йософ һәм Зөләйха» алдынан матбуғат конференцияһы

«Йософ һәм Зөләйха» (Ҡол Ғәли, Ю. Сафиуллин инсценировкаһы) музыкаль риүәйәтенең премьераһына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Тамашасыларҙың да, театр йәмәғәтселегенең дә коллективтың яңы спектакленә ҡыҙыҡһыныуы көндән- көн арта. Сөнки спектакль музыкаль риүәйәт жанрында һәм уның нигеҙендә бөйөк ҡисса ята. Ошо хаҡта театрҙа 10 декабрь көнө уҙғарылған матбуғат конференцияһында журналистарға спектаклдең режиссеры, театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, композиторы Урал Иҙелбаев, рәссамы Альберт Нестеров һәм төп ролдәрҙең береһен башҡарыусылар — Руслан Хайсаров (Йософ), Эльвира Юнысова (Зөләйха урта йәштәрҙә) һөйләне. Осрашыу аҙағында, спектаклдең сюжет һыҙығындағы бер ваҡиғаға оҡшатып, журналистарға Яңы йыл тәғәме – әфлисун һәм башҡалар тәҡдим ителде.
Билдәле булыуынса, «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәтенең премьераһы 19, 20 декабрҙә була.