Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Йософ һәмЗөләйха» тамашасыларҙы көтә

Театрҙың тыуған көнөндә иң түҙемһеҙ журналистар «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәтенең репетицияһын ҡарарға килде. Артистар репетиция залынан сәхнәгә күскән, ҡайһы берҙәренең костюмдары ла тегелгән, йырҙарға көйҙәр һалынған – ҡыҫҡаһы, премьераға әҙерлек гөрләп бара.

Ҡасан ғына әле театрҙың художество етәксеһе, спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Олег Хановтың актерҙарға ҡарата йөрәктән урғылып сыҡҡан, һоҡланып та, борсолоп та әйткән кәңәштәрен ишетерһең? Композитор Урал Иҙелбаевтың йә иһә хореограф Сулпан Асҡарованың спектакль өҫтөндә эшләгән ваҡытын күреү күптәргә тәтетмәй. Хәйер, театр сәхнә серҙәрен асырға ҡурҡмай. Сөнки мөғжизә һәм тылсым был спектаклдә байтаҡ булмаҡсы. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, 19 һәм 20 декабрҙә спектаклдең премьераһында барыһын да үҙегеҙ күрерһегеҙ.