Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Йософ һөйләй ҡисса

Иң түҙемһеҙләнеп көтөп алған спектаклебеҙҙең – Ҡол Ғәлиҙең «Йософ ҡиссаһы» нигеҙендә Юныс Сафиуллин инсценировкаһындағы «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәтенең – премьераһы үтте.

Тамашасылар залы шығырым тулы, спектаклгә килештереп әйткәндә, әфлисун төшөр урын да юҡ! Шулай ҙа, әфлисундар, Мысыр ҡатындарының ҡулдарынан тәгәрләп төштө. Йософтоң күркәмлеген күреп, ҡатындарҙың баштары әйләнгәйне бит… «Йософ һәм Зөләйха»ның матурлығына тамашасыларҙың да хушы китте. Зауыҡлы, зиннәтле кейемдәр, көнсығыш көйҙәренә тартым иҫ китмәле музыка, сибәр йөҙҙәр, нәфис тауыштар… Спектакль күҙҙең яуын алырлыҡ. Һөйләр тарих та иҫ китмәлеләрҙән. Ҡиссалар һөйләр Йософ, ғибрәт булыр. Наҙандарға ғына улар бер ни бирмәҫ, ә тырышҡандың аҡылын — байытырҙар…