Яңылыҡтар

« Йышыраҡ килегеҙ, ут күршеләр!..» Театрҙың Ырымбур гастролдәренә ҡарата.

26-28 сентябрҙә Ырымбур ҡалаһында театрҙың 95 йыллыҡ юбилей программаһына ярашлы гастролдәре үтте. Ырымбур тамашасыһы 3 көндә 4 спектакль һәм ҙур театрлаштырылған концерт ҡараны.

Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше төбәктә Башҡорт академия драма театрын һәр ваҡыт көтөп торған, ихлас ҡаршы алып, дуҫтарса оҙатып ҡалған үҙ тамашасыһы бар. Был юлы ла гастролдәр барған М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә рус драма театры һәр кис гөрләп торҙо, балалар өсөн көндөҙгө әкиәттә тамаша залы шығырым тулы булды. М.Горький театры был көндәрҙә ысын мәғәнәһендә дуҫтар, туғандар осрашыуы майҙанына әйләнде, тамашасының йылы хистәренән, йылмайыуынан балҡып торҙо. «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова), «Мин – ҡатын-ҡыҙ» (Т.Миңнуллин), «Серле көршәк» (З.Биишева) спектаклдәре һәм «Күңел ынйылары- дуҫтарға» тип исемләнгән ҙур театраль концерт тулы залдарҙа үтте, иғтибар менән ҡаралды. Театрҙың бөгөнгө ижады, яңы спектаклдәре, йәштәре менән таныштырып, рухи күтәренкелек, яҡшы кәйеф бүләк иткәне өсөн ут күршеләребеҙ театрға ҙур рәхмәт әйтеп, мөмкинлек булһа йышыраҡ килегеҙ, тигән теләктә, гүзәл заттарға данлыҡлы Ырымбур шәлдәре бүләк итеп, коллективты ихлас оҙатып ҡалды.