Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Күңелле кулиса»нан күңелләнеп һәм дәртләнеп!

Ғәжәйеп күңелле, яҡты һәм серле ул март менән апрель күрешкән миҙгел. 30 март Б.Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Халыҡ-ара театр һәм 1 апрель көлкө көнө уңайынан «Күңелле кулиса» — театрҙарҙың көлкө кисәһе булды. Быйыл был сара 15-се тапҡыр ойошторолдо. Унда БР-ҙың халыҡ артисы Алмас Әмиров, йәштәрҙән Руслан Хайсаров, Регина Ишбулатова, Юлиә Ғәләүтдинова, Зилиә Хәлилова, Лилиә Ғәлина, Гөлназ Хайсарова ҡатнашты. Беҙҙең артистарыбыҙҙың сығышы залдағыларҙа айырыуса сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Театр жюриның махсус призына лайыҡ булды һәм приз ярайһы ғына матди бүләк менән дә нығытылды. Шуныһы шатлыҡлы, театр йәштәре был юлы ла әүҙемлек һәм отҡорлоҡ күрһәтте.