Яңылыҡтар

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Театрҙың 2- се ҡатында урынлашҡан музей залдарында мауыҡтырғыс күргәҙмәләр эшләй. Залдарҙың береһендә театрыбыҙҙа оҙаҡ йылдар рәссам- бутафор булып эшләгән талант эйәһе Анатолий Жучковтың шәхси кргәҙмәһе бара. А.Жучков шиғри тәбиғәтле, ижади шәхес, инде ике тиҫтәгә яҡын театрҙа спектаклдәр өсөн, ғәжәйеп бай фантазияһын һәм йөрәк йылыһын ҡушып, үҙ ҡулдары менән бутафор әйберҙәр : һуғыш ҡоралдары, тимерҙән һалдат шлемдары, ҡылыстар, һандыҡтар һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары эшләй. Был күргәҙмәлә уның төрлө быуат һуғыш ҡоралдары, баш кейемдәре тағы әллә күпме әйберҙәрен, ә иң мөһиме, төрлө йылдарҙа ижад ителгән 20 картинаһын күрергә мөмкин. А.Жучковтың әҫәрҙәрендә тамашасы йыһан киңлеген, тәбиғәт хозурлығын күрә. Шуға ла күргәҙмә «Көҙ. Ергә йыһан киңлегенән бағып ...» тип атала.

Ә ҡаршы яҡ залда хөрмәтле тамашасылар иғтибарына театрҙың ижадташ дуҫы, Башҡортостандың атаҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина һәм башҡа оҫталарҙың биҙәү- ғәмәли сәнғәт өлгөләре (ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүес әйберҙәре, ҡашмау, түшелдерек, сәс үрмес, тиренән биҙәп тегелгән янсыҡтар һ.б. )ҡуйылған «Башҡорт орнаменты» тигән бай экспозиция тәҡдим ителә. Күргәҙмә 30 ноябргә тиклем эшләй. (Күргәҙмәне тамашасылар спектакль башланғанға тиклем һәм антракт мәлендә, шулай уҡ махзсус заявкалар буйынса ҡарай ала (кураторы - музей мөдире Балғазина Азалия Әхмәт ҡыҙы. ( 273-80-27).