Яңылыҡтар

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Картиналар, портреттар, ҡурсаҡтар... Халыҡ - ара театр көнө уңайынан артистарҙың һәм төрлө цехтар хеҙмәткәрҙәренең ижади эштәренән ойошторолған күргәҙмә һуңғы көндәр эшләй. Ашығығыҙ!

27 март көнө бөтә донъя театр әһелдәре профессиональ байрамдарын – Халыҡ - ара театр көнөн билдәләне. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры байрам уңайынан тамашасыға «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклын тәҡдим итте. Театр был көндө ысын мәғәнәһендә ҙур байрам ойошторҙо. Төрлө спектаклдәрҙән геройҙар сәхнә кейемдәрендә халыҡ менән ихлас аралашты, фотоға төштө, уйнаны, бейене. Хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ байрам бүләк иткәне өсөн театрға рәхмәт әйтеп, тамашасы был кисте күтәренке рухта таралышты.

Ҙур байрамға театрыбыҙҙың музей мөдире Азалия Балгазина проекты буйынса ойошторолған күргәҙмә үҙенсәлекле бер бүләк булды. Музейҙың күркәм бер залында артистарҙың һәм театр хеҙмәткәрҙәренең ҡул эштәре, портрет, картиналары тамашасыға тәҡдим ителде. Бында махсус белемгә эйә рәссамдар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты. Актер, рәссам - декоратор, бутафор, режиссер ярҙамсыһы һәм башҡа һөнәр эйәләре - оҫталарҙың һүрәттәре, ҡул эштәре һәр кемде ҡыҙыҡһындырырлыҡ булды. Мәҫәлән, Театрҙың бутафория цехы мөдире, рәссам – бутафор Лилиә Миназованың эштәре - әҙәм рухлы ҡурасаҡтары «нескә хистәре» менән һоҡландыһа, Альбина Әсәҙуллинаның ҡул эштәре үҙенең профессионаллеге менән арбаны. Театрҙа оҙаҡ йылдар эшләүсе алтын ҡуллы рәссам - бутафор Анатолий Жучковтың (коллегалары яратып уны «Толя» тип кенә йөрөтә, ул үҙе лә рус халыҡ әкиәттәре баһадиры тиерһең) картиналары янынан оҙаҡ китә алманы тамашасы. Театрыбыҙҙың реклама цехы хеҙмәткәре, рәссам, портреттар оҫтаһы Рита Ғәзизованың эштәрен күреп тамашасылар ҙа, артистар ҙа (ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен танып), таң ҡалды.

Артист Урал Әминевҡа ҡарата был осраҡта: «талантлы кеше бар яҡлап та һәләтле» тигән һүҙҙе әйтергә генә ҡала. Уның күңел биреп ябай ҡағыҙҙан эшләгән фигуралары, ҡурсаҡтары, йәнләнеп, бына - бына уйнап китер төҫлө. Күргәҙмәлә ҡатнашыусы барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ эштәренә яуаплы ҡараған, ижади күңелле рәссамдәр.

Күргәҙмәне көн һайын спектакль алдынан һәм антракт ваҡытында ҡарарға мөмкин.

Күргәҙмә һуңғы көндәр эшләй. Ашығығыҙ!