Яңылыҡтар

КАМАЛ ТЕАТРЫ ӨФӨГӘ ҘУР ГАСТРОЛДӘР МЕНӘН КИЛӘ

Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының Өфөләге традицион гастролдәре 13-19 сентябрҙә М.Гафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театры һәм Башкортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры сәхнәләрендә үтәсәк.

Гастролдәр режиссер Фәрит Бикчәнтәевтың "Дон Жуан" спектакле менән башлана, әлеге спектакль 13 сентябрҙә Төрки телле театрҙарҙың "Туғанлык" Халыҡ-ара  фестивалендә ҡатнаша.

17 сентябрь, 18.00, Б.Абдураззоковтың "Иҫәнме, улым!" спектакле. Пьесаның бөтә эстәлеге әсә менән улдың телефондан һөйләшеүенән тора. Әсәнең бөтә тормошы улын кешелеклелеккә өндәүгә көйләнгән. Әсә, бер яҡтан, юк-бар әйберҙәр тураһында һөйләр өсен улының эшенә шылтырата. Фен һатып алыу, ишек алдындағы тейендәр тураһында һөйләй... Уның фекеренсә нәҡ бына шул ваҡ-төйәктәр кешенең тормошон төҙөй, нәҡ бына шулар менән кешенең һәр көнө тулған. Баштараҡ,  улы  әсәһе шылтыратыуына асыуы килә, сөнки ул уны эшенән айыра. Ләкин һуңғағарак ул үҙе лә әсәһенә мохтаж булыуын аңлай.

18 сентябрь, 11.00 һәм 14.00, И.Зәйниевтың "Кәзә, һарыҡ һ.б." спектакле. Әгәр хужалары Ҡарт менән Ҡарсыҡ Кәзә менән Һарыҡты өйҙәренән ҡыуып сығарғас, улар Һыу инәһен осратһа, ни булыр? Йә Шүрәлене? Ә Ҡызыҡлы шәкерт - Аҡбай менән дуҫлашһалар?... Энергиялары ташып торған йәш артистар башҡарыуындағы йырлы, бейеүле, музыкаль әкиәт балаларҙы ла, уларҙың атай-әсәйҙәрен дә битараф ҡалдырмаҫ.

19 сентябрь, 11.00 һәм 14.00 Х.Туфан, Т.Миңнуллиндың "Ағыла ла болот,  ағыла..." спектакле, 111-се сезондың премьераһы. Спектакль нигеҙендә Туфандың Новосибирскиҙа һөргөндә яҙылған шиғырҙаре ята. Шиғыр текстары Туфан Миңнуллиндың биографик пьесаһы эпизодтары буйынса төҙөлгән. Спектаклдең төп темаһы итеп яңғыҙлык, тыуған яҡты өҙөлөп  һағыныу тора. Шағир мәңгегә һөргөнлөккә эләгә, тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмауы уның күңелен әрнетә. Хәсән Туфандың шиғыр юлдары уның ҡайғы-хәсрәтен, үткәнен, бөгөнгөһен берләштерә һәм киләсәккә илтә.

Барлык спектаклдәр ҙә рус теленә синхрон тәржемә менән тәьмин ителә. Билеттарҙы Камал театры сайтында "Афиша" рубрикаһында kamalteatr.ru, билет операторҙары сайттарында һәм театр кассаларында һатып алып була.

-6xFR2eBlVQ