Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

КАМАЛ ТЕАТРЫ ӨФӨГӘ ИҢ ШӘП СПЕКТАКЛДӘРЕН АЛЫП КИЛӘ

Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театры фойеһында Г.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театрының Өфөләге гастролдәренә (13-19 сентябрь) бағышланған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда Г.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театрының баш режиссеры, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрит Бикчәнтәев, Г.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры директоры Илфир Якупов, Татарстандың халыҡ артисткаһы, «Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан» спектакленең баш ролен башкарыусы Раушания Юкачева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия рус драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Рабинович һәм М.Гафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының Өфөләге традицион гастролдәре 13-19 сентябрҙә М.Гафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театры һәм Башкортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры сәхнәләрендә үтәсәк.

«Камал театры беҙҙең республикала уҙған сараларҙа актив ҡатнаша: гастролдәр режиссер Фәрит Бикчәнтәевтың «Дон Жуан» спектакле менән башлана, әлеге спектакль 13 сентябрҙә Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлык» Халыҡ-ара  фестивале сиктәрендә күрһәтелһә, 19 сентябрь, Театр төнөндә беҙҙең сәхнәлә һәм рус драма театрында камалдар шулай уҡ үҙ спектаклдәрен күрһәтәсәк» , — тине Олег Закир улы.

Фәрит Рәфҡәт улы репертуар менән таныштырҙы. 17 сентябрь, 18.00, Б.Абдураззоковтың «Иҫәнме, улым!» спектакле. Пьесаның бөтә эстәлеге әсә менән улдың телефондан һөйләшеүенән тора. Әсәнең бөтә тормошы улын кешелеклелеккә өндәүгә көйләнгән. Әсә, бер яҡтан, юк-бар әйберҙәр тураһында һөйләр өсен улының эшенә шылтырата. Фен һатып алыу, ишек алдындағы тейендәр тураһында һөйләй… Уның фекеренсә нәҡ бына шул ваҡ-төйәктәр кешенең тормошон төҙөй, нәҡ бына шулар менән кешенең һәр көнө тулған. Баштараҡ,  улы  әсәһе шылтыратыуына асыуы килә, сөнки ул уны эшенән айыра. Ләкин һуңғағарак ул үҙе лә әсәһенә мохтаж булыуын аңлай. 18 сентябрь, 11.00 һәм 14.00, И.Зәйниевтың «Кәзә, һарыҡ һ.б.» спектакле. Әгәр хужалары Ҡарт менән Ҡарсыҡ Кәзә менән Һарыҡты өйҙәренән ҡыуып сығарғас, улар Һыу инәһен осратһа, ни булыр? Йә Шүрәлене? Ә Ҡызыҡлы шәкерт — Аҡбай менән дуҫлашһалар?… Энергиялары ташып торған йәш артистар башҡарыуындағы йырлы, бейеүле, музыкаль әкиәт балаларҙы ла, уларҙың атай-әсәйҙәрен дә битараф ҡалдырмаҫ. 19 сентябрь, 11.00 һәм 14.00 Х.Туфан, Т.Миңнуллиндың «Ағыла ла болот,  ағыла…» спектакле, 111-се сезондың премьераһы. Спектакль нигеҙендә Туфандың Новосибирскиҙа һөргөндә яҙылған шиғырҙаре ята. Шиғыр текстары Туфан Миңнуллиндың биографик пьесаһы эпизодтары буйынса төҙөлгән. Спектаклдең төп темаһы итеп яңғыҙлык, тыуған яҡты өҙөлөп  һағыныу тора. Шағир мәңгегә һөргөнлөккә эләгә, тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмауы уның күңелен әрнетә. Хәсән Туфандың шиғыр юлдары уның ҡайғы-хәсрәтен, үткәнен, бөгөнгөһен берләштерә һәм киләсәккә илтә.

«Башҡортостандағы гастролдәр – һәр саҡ көтөп алынған сара. Беҙ уларға тулҡынланып әҙерләнәбеҙ. Быйылғы гастролдәргә театрыбыҙҙың бөтә труппаһы киләсәк», -тине актриса Раушания Юкачева.

Барлык спектаклдәр ҙә рус теленә синхрон тәржемә менән тәьмин ителә. Билеттарҙы Камал театры сайтында «Афиша» рубрикаһында kamalteatr.ru, билет операторҙары сайттарында һәм театр кассаларында һатып алып була.