Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ӨФӨЛӘГЕ ГАСТРОЛДӘРЕНӘ БАҒЫШЛАНҒАН МАТБУҒАТ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫНА САҠЫРЫУ

28 август 11:00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театры фойеһында Г.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театрының Өфөләге гастролдәренә (13-19 сентябрь) бағышланған матбуғат конференцияһы уҙа. 

Ҡатнашалар:
Фәрит Бикчәнтәев — Г.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театрының баш режиссеры, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;

Илфир Якупов — Г.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры директоры;

Раушания Юкачева — актриса, Татарстандың халыҡ артисткаһы, «Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан» спектакленең баш ролен башкарыусы;

Олег Ханов — М.Гафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы;

Михаил Рабинович — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия рус драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Матбуғат конференцияһында фото- һәм видеоматериалдар һәм спектаклдәргә саҡырыу билеттары тәҡдим ителә. 

Аккредитация өсөн: kamal.press@tatar.ru 89274464542 (Илшат Латыпов) йә Башҡорт театрының әҙәбиәт бүлегенә шылтыратырға мөмкин (347)272-39-30.