Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Киләһе яҙ «Алтын битлек»кә

Театрҙың «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури. А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсценировкаһы, режиссёры — Айрат Абушахманов, рәссамы — А.Нестеров, композиторы — И.Яхин, пластика — С.Асҡарова, Р.Абушахманов, рәссам-яҡтыртыусы — И.Саяхов, хормейстер — А.Хәсбиуллина, халыҡ йолалары буйынса консультант — А.Ғәйнуллина) «Алтын битлек-2016 » (Золотая маска) фестиваль — Милли премияһында ҡатнашасаҡ театрҙар исемлегенә ингән (Мәскәү). Был юлы Рәсәйҙең иң абруйлы театр фестивалендә илдең төрлө төбәктәренән театрҙар күберәк ҡатнашасаҡ. Мәскәү тәнҡитсеһе Павел Руднев билдәләүенсә «Ҡара йөҙҙәр» тәү нәүбәттә киҫкен проблематикалы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Театрыбыҙҙың «Алтын битлек»тә сығыш яһауы тәүгә түгел. 2008 йылда «Кәкүк ояһы » (К.Кизи, реж. А.Абушахманов) психологик триллере дүрт номинацияла тәҡдим ителгәйне.
Был юлы «Ҡара йөҙҙәр» март-апрель айҙарында 22- се тапҡыр уҙғарыласаҡ «Алтын битлек» фестиваленә түбәндәге 5 номинацияла үтә: «Бәләкәй формалағы иң яҡшы драма спектакле», «Рәссам эше», «Режиссер эше», «Кюстюмдар буйынса рәссам эше», «Ҡатын -ҡыҙ роле».

Wi_USYID0ss