Яңылыҡтар

23 декабрь Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе

Быйыл милли мәҙәниәтебеҙ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур көс һалған мәшһүр сәхнә оҫтаһы Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо уңайҙан 23 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хөсәйен Илдархан улының яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе була. Кисәлә артистың сәхнәләштәре - өлкән быуын артистары, шулай уҡ йәштәр, Татарстан Республикаһы театр йәмәғәтселеге вәкилдәре, республикабыҙ театрҙары сәхнә оҫталары, яҙыусылар, Х.И.Ҡудашевтың яҡташтары, балалары ҡатнаша. Хәтер кисәһендә спектаклдәрҙән өҙөктәр, йырҙар яңғыраясаҡ.

Хөсәйен Ҡудашевтың хәтер кисәһенән фотолар