Яңылыҡтар

Мәҙәниәт йылының күркәм ваҡиғаһы

«Ай тотолған төндә» трагедияһының тәү тапҡыр сәхнәгә ҡуйылыуына 50 йыл тулыу тантанаһы  әһәмиәтле сараға әйләнде

21 мартта республикабыҙҙың театр йәмәғәтселеге М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының театр сәхнәһендә тәү ҡуйылыуына 50 йыл тулыуҙы билдәләне. Был көндө оло хөрмәт менән пьесаны 1964 йылда тәүләп тамашасы алдына сығарған мәшһүр режиссер, рәссам, композитор һәм бшҡарыусыларҙы иҫкә алыу булды. Ә театр музейында ошо темаға арналған бай һәм бик күркәм күргәҙмә ойошторолдо. Музейҙа был көндө бигерәк тә йәштәр күп булды. Улар төрлө йылдарҙағы «Ай тотолған төндә» спектаклдәренән фотоһүрәттәрҙе, сит республикалар театрҙарының сәхнә версиялары афишаларын ҡыҙыҡһынып ҡараны, театр белгестәренең бай мәғлүмәттәрен тыңланы.

Спектакль алдынан үҙенең сығышында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов трагедияның башҡорт драматургияһы һәм илебеҙ театр сәнғәтендәге әһәмиәте хаҡында һөйләне һәм барлыҡ тамашасыларҙы ошо иҫтәлекле көн айҡанлы ҡайнар ҡотланы.

21 март көнө Айрат Абушахманов сәхнәләштергән «Ай тотолған төндә» спектакле күтәренке рухта үтте, ә пьесаһының тәүләп сәхнә күреүенә 50 йыл тулыу тантанаһы – күркәм сараға әйләнде.