Яңылыҡтар

Мәҙәнилек – лайыҡлы йәшәү һәм рухи байлыҡ ул

4 ноябрь көндө Театрыбыҙҙа 2014 — Мәҙәниәт йылы штандартын ҡабул итеү тантанаһы уҙҙы. «Бәхет хаҡы» спектакле алдынан театр фойеһында тамашасылар иғтибарына мәҙәниәт һәм сәнғәт хаҡында тамашасылар менән йәнле һөйләшеү, аралашыу һәм концерт әҙерләнгәйне. Алып барыусыһы – Хөрмәтулла Үтәшев.

Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов тамашасыларҙы ихлас сәләмләп былай тине: «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы" марафоны сиктәрендә үткәрелгән проект ниһайәт Өфөгә лә килеп етте. Мәҙәниәт йылының үҙенсәлекле символы республикабыҙ буйлап ҡаланан-ҡалаға, райондан-районға күсеп йөрөп, ошо төбәктәрҙе, ваҡытлы ғына мәлгә булһа ла мәҙәни баш ҡалаға әүерелдереп, халыҡҡа күпме шатлыҡлы минуттар бүләк итте. Ә бөгөн уны баш ҡалабыҙ Өфө ҡабул итеп алды».

Сараны дауам итеп Алһыу Бәхтиева, Юнир Ҡоланбаев, Азамат Ғафаров һәм башҡа сәхнә оҫталары башҡарыуында моңло йырҙар, Азат Биксуриндың ҡурай моңдары яңғыраны. Урал Әминовтың дәртле бейеүенә тамашасы ихлас ҡул сапты.

 

257102b372c9840307e6f476dd335ef2