Яңылыҡтар

Мәскәүҙән ҡыуаныслы хәбәр! Олег Ханов — Халыҡ-ара премия лауреаты! Ҡотлайбыҙ!

К.С.Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премияның «Актер оҫталығы» номинацияһындағы быйылғы лауреаттары араһында театрыбыҙҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ханов Олег Закир улы ла бар.

Был премия сәхнә әһелдәренә театр сәнғәтен үҫтереүгә һалған ҙур хеҙмәттәре өсөн йыл һайын бирелә.

19-сы йыл рәттән тапшырылған абруйлы премия менән лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы декабрь айында була.

Беҙ Олег Закир улын ҙур ижади еңеүе менән бөтә йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар, илһамлы тормош, сәләмәтлек теләйбеҙ!

Театр коллективы

buket-artikul92