Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

МӘСКӘҮ ГАСТРОЛДӘРЕ// ИКЕНСЕ КӨН

Мәскәүҙә  Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәре үтә.  Бөгөн Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүселәр ике спектакль ҡаранылар: режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың «Хыялға ҡаршы» спектаклен (А.Ишбулдина инсц. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса) һәм музыкаль комедия «Шәүрәкәй» (М. Буранғолов, реж.А.Абушахманов).

Тамашасы оло рәхәт менән беҙҙең спектаклдәрең ҡабул итте. 

«Шәүрәкәй» спектаклгә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Шафикова Әминә Ивний ҡыҙы килде.

Сәғәт 10:00 бөгөн Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы ағзалары менән осрашыу булды (http://bash.bashdram.ru/news/bөgөn-bashҡortostan-respublikaһynyң-rf-prezidenty-yanyndaғy-tuly-xoҡuҡly-vәkillegendә-beҙҙeң-teatr-kollektivy-menәn-osrashyu-buldy.html)

Мәскәү татарҙар Штабында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән осрашыу үтте.