Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Мәскәү гастролдәренә — «5»!

8-12 октябрҙә Мәскәүҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәре үтте. Ижади сәфәр театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына арналды. Гастролдәр аншлаг менән барҙы. Коллектив А.Райкин исемендәге «Сатирикон» театры сәхнәһендә беренсе тапҡыр сығыш яһаны һәм тамаша залы һәр көн тулы булды.

Баш ҡала тамашасыһы, унда йәшәгән яҡташтарыбыҙ театрҙы бик йылы ҡабул итте. Репертуарҙағы иң сағыу спектаклдәрҙе, театрлаштырылған ҙур концерт программаһын ҡарап кинәнде, рәхәтләнеп ял итте. «Сатирикон» театры ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡташтар, туғандар һәм дуҫтарҙың осрашыу майҙанына әйләнде.

«Сатирикон» театры етәксеһе Константин Райкин,: Өфө - ул театрҙар ҡалаһы. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостан халҡы ҡунаҡсыллығы менән дә күптәрҙең һөйөүен яулаған. Театрҙар менән хеҙмәттәшлек булдырып, гастролдәрҙе йышыраҡ ойошторорға кәрәк. Киләсәктә үҙебеҙҙең театр менән Башҡортостанға гастролгә барырға планлаштырабыҙ,- тине.

Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Вәкиллегендә уҙғарылған Республика көнө байрамында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ә СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова менән Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров ОРТ каналының «Большая страна», Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева «Культура» радиоһы тапшырыуында ҡатнашырға саҡырылды.

Шулай итеп, Мәскәүлеләр 95 йыллыҡ бай тарихы булған, абруйлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сығыштарынан бик ҡәнәғәт булып, рәхмәт әйтеп, оҙатып ҡалды.

Ссылки на группу Bashkortostan Students Group: 

1) http://vk.com/wall-22916619_5634

2) http://vk.com/wall-22916619_5646

3) http://vk.com/wall-22916619_5657

4) http://vk.com/wall-22916619_5665

5) http://vk.com/wall-22916619_5674