Яңылыҡтар

МӘСКӘҮ ГАСТРОЛДӘРЕ ТАМАМЛАНДЫ!

Театрҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан А.С.Пушкин исемендәге театрҙың Төп сәхнәһендә 2019 йылдың 4 февраленән 6 февраленә тиклем гастролдәр үтте.

Бөгөн, 6-сы февралдә, беҙҙең театр коллективы Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүселәргә «Сәмле ярыш-баттл!» исемле театрлаштырылған концерт тәҡдим итте. Артистар йыр һәм бейеүҙәр, спектаклдәрҙән өҙөктәр тәҡдим иттеләр. 

Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов сәхнәнән Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзы рәйесе Александр Калягиндан  театрҙың  гастролдәре  уңайынан килгән ҡотлау телеграммаһын уҡыны.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы исеменән мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов ҡотланы.

«Быйыл беҙҙең  республикала мөһим даталар билдәләнә – Башҡортостан Республикаһының, Башҡорт драма театрының һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы!», — иҫкәрте Шамил Фаил улы.