Яңылыҡтар

Мәскәүгә! «Алтын битлек»кә!

Бөгөн, 15 апрелдә, театрыбыҙҙың директоры Иршат Файзуллин, режиссер Айрат Абушахманов, рәссам Альберт Нестеров, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Саяхов, актриса Римма Ҡаһарманова «Алтын битлек» Рәсәй милли театраль премияһына Мәскәүгә юлланды. Сөнки иртәгә, 16 апрелдә 19:00 сәғәттә, Ҙур театрҙың сәхнәһендә Премияға лайыҡ булыусыларҙы билдәләйҙәр. Йола буйынса «Алтын битлек» сайтында (https://www.goldenmask.ru/ ) тура эфирҙа еңеүселәрҙе яҙып барасаҡтар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең театрҙың «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле «Алтын битлек» премияһының алты номинацияһына дәғүә итә: «Иң яҡшы ҙур формалы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» – Айрат Абушахманов, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» – Римма Ҡаһарманова (Зөләйха), «Иң яҡшы рәссам эше» һәм «Иң яҡшы костюм буйынса рәссам эше» – Альберт Нестеров, «Иң яҡшы яҡтыртыу буйынса рәссам эше» – Илшат Саяхов.

Беҙ башдрамдарға аҡ юл, уңыштар теләйбеҙ!